

Роспотребнадзорҙа COVID-19-ҙы юғары асыҡлау кимәлен күрһәтеүсе уникаль тест теркәлгән. Был туралағы мәғлүмәт Роспотребнадзор сайтында донъя күрҙе.
“Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институтында донъялағы тәүге изотермик тест AmpliSens® SC2-IT теркәлде. Ул SARS-CoV-2 вирусы геномының бер үк ваҡытта ике төрлө участкаһын асыҡлауға йүнәлтелгән”, – тип яҙалар Роспотребнадзорҙың сайтында.
Яңы тест вирусты яҡшы асыҡлауҙы тәьмин итә, шулай уҡ хаталы һөҙөмтә алыу ихтималлығын кәметә икән. Анализ һөҙөмтәһен алыуға ла аҙыраҡ ваҡыты китәсәк – классик ПЦР-тестарҙы файҙаланғанда ул сәғәт ярымдан әҙер булһа, яңы тест һөҙөмтәһен белеүгә 20-25 минут ҡына кәрәк.
Тестың бөтә компоненттары Роспотребнадзорҙың Үҙәк эпидемиология ғилми-тикшеренеү институтында етештерелә.
Фото “Башинформ”дан алынды.