+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Апреля 2022, 10:05

Ковидҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 14 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 282 492-гә еткән. Тәүлек эсендә 346 ауырыу өҫтәлгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?Ковидҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?
Ковидҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр ниндәй?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, 14 апрелгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 282 492-гә еткән. Тәүлек эсендә 346 ауырыу өҫтәлгән.

Әлеге ваҡытта ковид-госпиталдәрҙә 131 сырхау зәһәр вирусҡа ҡаршы көрәшә, күпселеге – 60 йәштән өлкән ханымдар һәм уҙамандар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 2 115.

Пандемия башланғандан алып инфекциянан 274 675 яҡташыбыҙ һауыҡҡан, үткән тәүлектә унан сәләмәтләнеүселәр – 490.

Бөгөнгө көнгә ҡарата республикала ковидҡа ҡаршы прививканың ике компонентын да 2 426 543 кеше яһатҡан. Был – вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 97,7 проценты тигән һүҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас