

Билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлдәриә Йосопова тәүге шиғри йыйынтығының исем туйын үткәрҙе. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала уҙған сара бик күп ҡәләмдәштәрҙе бергә йыйҙы.
Гөлдәриә Йосопова журналистика даирәһендә күп яҡлы ижадсы булараҡ билдәле. Башлыса ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти программалар әҙерләүсе радио, унан телевидение журналисы студент ваҡытында уҡ үҙен шиғриәттә лә һынап ҡарай, һуңынан рус телендә ҡыҫҡа проза әҫәрҙәр ҙә яҙа, социаль селтәрҙәрҙә баҫыла. Был тәңгәлдә ул ике телле ижадсы булараҡ та таныла. Мәктәптә яҡшы уҡыуы, республика балалар матбуғатының йәш хәбәрсеһе булыуы, Мәскәү дәүләт университетының журналистика бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамлауы ла Гөлдәриә Йосопованың күп ҡырлы шәхесе хаҡында һөйләй. Һуңынан тынғыһыҙ телевидение эше ижадсының бөтә ваҡытын алған кеүек булһа ла, автор әҙәби әҫәрҙәр яҙыуға ла һәр ваҡыт мөмкинлек тапҡан. Гөлдәриә Ғәтиәт ҡыҙының тәүге йыйынтығына уның ғүмере буйы яҙып барған шиғырҙары ингән.
- Тормошта дөрөҫ хыял итергә кәрәк тиҙәр бит әле. Бынан бер нисә йыл элек мин үҙемдең шиғырҙарымды бер йыйынтыҡҡа туплау хыялы менән яндым. Уны мотлаҡ юбилей байрамыма эшләрмен тип уйланым. Ниәтем бушҡа булманы. Китаптың “Киләсәккә хат яҙам” тигән исем аҫтында сығыуының да үҙ тарихы бар. Баҫманың нәшер мөхәррире Нәфисә Сиражитдинова шиғырҙарым араһында ошо фекерҙе табып тәҡдим итте. Ысынлап та шиғри юлдарҙың барыһы ла киләсәккә төбәлгән, балаларыма, ейәндәремә нәҙер кеүек яҙылған. Уларҙа бөтә тормошом - уйланыуҙарым, борсолоуҙарым, шатлыҡ- ҡыуаныстарым, өмөттәрем бар. Был йәһәттән рәссам Ләйлә Ғаянова ла шиғырҙарҙың кәйефен иллюстрациялар аша оҫта бирә алған тип уйлайым.
Бөтә ғүмерен журналистикаға бағышлаған, урау-урау юлдар менән булһа ла шиғриәт донъяһына килгән яңы авторҙы йыйынтығы менән ҡотларға Башҡортостан Яҙыусылар берлеге, баҫма мөхәррирҙәре, коллегалары, дуҫтары һәм яҡындары килде. Киләсәктә лә ижад ҡомарын һүндермәҫкә, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә йөкләмә алды Гөлдәриә Йосопова.