+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Апреля 2022, 07:05

Өфөлә нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү юғары кимәлдә ойошторолорға тейешлеген билдәләне: «Еңеү көнө иҫтәлекле оло байрам булырға тейеш. Шуға яңы идеялар, яңы саралар талап ителә».

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?Өфөлә нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?
Өфөлә нисә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй?

Бөгөнгө көндә Башҡортостандың баш ҡалаһында 3067 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Шуларҙың 98-е — ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, 38-е — концлагерь тотҡондары, 43-ө — блокадалы Ленинградта йәшәгәндәр, 2855-е — тыл эшсәндәре, 675-е — яугирҙәрҙең тол ҡатындары.

Өфө мэры Ратмир Мәүлиев Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеү юғары кимәлдә ойошторолорға тейешлеген билдәләне: «Еңеү көнө иҫтәлекле оло байрам булырға тейеш. Шуға яңы идеялар, яңы саралар талап ителә».

Баш ҡалала хәрби-патриотик, мәҙәни һәм спорт саралары үтәсәк, уларҙа йәмәғәт туҡланыуы ойошторола, шулай уҡ медицина, полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итәсәк. 

«Фронтовиктарҙы һәр ваҡыт хәстәрлек һәм йылы мөғәмәлә менән ҡурсаларға тейешбеҙ. Байрамда ҡатнаша алмаған ветерандар өсөн парад ихаталарҙа үткәрелһен», — тигән Ратмир Мәүлиев.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас