+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 04:20

Йөҙ йәшәр Ҡужан ҡарағастары тере

Әбйәлил районының  Ҡужан ауылы янында үҫкән йөҙ йәшәр үҙенсәлекле бөҙрә 11 ҡарағас тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. 2020 йылдың октябрендә уларға яра һалып, яһил әҙәмдәр олондарын бысҡылап сыҡты.

Йөҙ йәшәр Ҡужан ҡарағастары тереЙөҙ йәшәр Ҡужан ҡарағастары тере
Йөҙ йәшәр Ҡужан ҡарағастары тере

Әбйәлил районының  Ҡужан ауылы янында үҫкән йөҙ йәшәр үҙенсәлекле бөҙрә 11 ҡарағас тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора.  2020 йылдың октябрендә уларға яра һалып, яһил әҙәмдәр олондарын бысҡылап сыҡты.

Ваҡиғаны республика халҡы ҙур ҡаза булараҡ ҡабул итте. Ағастарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн йәмәғәтселәр, ғалимдар төрлө саралар күрҙе. Мәскәүҙән, Өфөнән белгестәр кәңәш биреп торҙо.

Әле билдәле булыуынса, ун ҡарағас ҡышты яҡшы сыҡҡан. Ирекмәндәр һәм белгестәр тағы ла бер ҡарағасты һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә.

Автор:
Читайте нас