+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 03:35

«Йөрәк һүҙе» йомғаҡланды

Кисә Башҡорт опера һәм балет театрында «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт конкурсының финалы үтте.

«Йөрәк һүҙе» йомғаҡланды«Йөрәк һүҙе» йомғаҡланды
«Йөрәк һүҙе» йомғаҡланды

Кисә Башҡорт опера һәм балет театрында «Йөрәк һүҙе. Рәми» шиғриәт конкурсының финалы үтте.

Быйыл ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды. Әйткәндәй, «Йөрәк һүҙе»нең был бишенсе конкурсы булды.

Финалда республикала йәшәүселәр араһынан видеояҙмалар буйынса һайлап алынған 12 конкурсант ҡатнашты.

Абруйлы жюри Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Артур Кәбировты еңеүсе тип тапты. Шулай итеп, ул конкурстың 500 мең һумлыҡ призына лайыҡ булды. Артист Рәми Ғариповтың 1964 йылда яҙылған һәм тик 1987 йылда ғына донъя күргән «1937» поэмаһын уҡыны.

«Йыл авторы» призы шағирҙың балаларына – Азамат улына һәм Гөлнара ҡыҙына тапшырылды. 2 урынға һәм 200 һум призға – Зөбәржәт Утарбаева, 3 урынға һәм 100 мең һумға Нияз  Замалетдинов эйә булды. Ә тамашасылар һөйөүө призы Урал Таһировҡа тейҙе.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас