+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 11:27

Вертолетта осоп барып...

Өфө табиптары, санитар авиацияла осоп барып, кисә Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһындағы бер түгел, ике ауырыуға медицина ярҙамы күрһәткән. Өфөгә кире ҡайтҡанда бортҡа беренсел перитонит диагнозы ҡуйылған ете йәшлек ҡыҙ баланы алғандар. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Вертолетта осоп барып...Вертолетта осоп барып...
Вертолетта осоп барып...

Өфө табиптары, санитар авиацияла осоп барып, кисә Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһындағы бер түгел, ике ауырыуға медицина ярҙамы күрһәткән. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Мәсәғүт ауылы табиптарына ярҙамға килеп еткән Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-анестезиологы, ҡан тамырҙары хирургы, акушер-гинекологы консультация үткәргән, сырхауҙарҙы артабан дауалау юлын билдәләргә булышлыҡ иткән.

Өфөгә кире осҡанда бортҡа беренсел перитонит диагнозы ҡуйылған ете йәшлек ҡыҙ баланы алалар. Уны Мәсәғүт дауаханаһы анестезиологы Республика балалар клиник дауаханаһына оҙатып бара.

Ҡыҙҙың атаһы социаль селтәрҙә: “Ҡыҙымды 50 минутта Республика клиник балалар дауаханаһына алып барып еткерҙеләр! Табиптарға рәхмәт!” – тип яҙып, балаһын ҡотҡарыусыларға сикһеҙ рәхмәтен белдерә.

Реанимация вертолеты реанимобилдән ғәмәлдә айырылмай, тик һауа юлдары аша барып етеү тиҙерәк. Осоу тиҙлеге – сәғәтенә 220 километр.

Башҡортостанда былтыр санитар авиация 171 осош яһаған, республика дауаханаларына 181 сырхауҙы алып килгән.

Республикала санитар авиация үҫеше, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан юғары баһаланып, 2021 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк проекттарын ғәмәлгә ашырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип танылған.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас