+20 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 06:10

Сирләүселәрҙең күбеһе – өләсәй һәм олатайҙар

Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа коронавирус 282 146 ауырыуҙа раҫланған. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 361 сырхауҙа асыҡланған, тип хәбәр итә ковидҡа ҡаршы төбәк оператив штабы.

Сирләүселәрҙең күбеһе – өләсәй һәм олатайҙарСирләүселәрҙең күбеһе – өләсәй һәм олатайҙар
Сирләүселәрҙең күбеһе – өләсәй һәм олатайҙар

Пандемия башланғандан алып республикабыҙҙа коронавирус 282 146 ауырыуҙа раҫланған. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 361 сырхауҙа асыҡланған, тип хәбәр итә ковидҡа ҡаршы төбәк оператив штабы.

 Әлеге ваҡытта стационарҙарҙа 117 яҡташыбыҙ ковидтан дауалана, шуларҙың 76-һы – 60 йәштән өлкән өләсәй һәм олатайҙар. Сиргә улай ныҡ бирешмәйенсә өйөндә дауаланыусылар – 2 274, 1 577-һе – 60-ты уҙған кешеләр.

Тәүлек эсендә республикала коронавирустан өс үлем осрағы теркәлгән. Зәһәр инфекциянан өҙөлгән ғүмерҙәр 5 570-кә етте. Коронавирусты еңеүгә өлгәшеүселәрҙең дөйөм һаны – 274 185. Аҙаҡҡы тәүлектә сирҙән 561 кеше һауыҡҡан.

Ковидҡа ҡаршы прививканың ике компонентын да яһатып, вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 424 441.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас