+22 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 10:17

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Томи Ламсаның үҙ вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында билдәле булды.  Фин спортсыһы үҙ ҡарарын донъялағы хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуы менән аңлата.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы
«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры вазифаһын ҡалдырҙы

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Томи Ламсаның үҙ вазифаһын ҡалдырыуы хаҡында билдәле булды.  Фин спортсыһы үҙ ҡарарын донъялағы хәлдәрҙең ҡатмарлы булыуы менән аңлата.  "Юлаевсылар"ҙың генераль директоры Ринат Баширов һүҙҙәренсә, Томи Ламсаға тағы бер ҡат клубты етәкләргә тәҡдим яһалған, әммә ул билдәле сәбәптәр буйынса был вазифанан китергә хәл иткән. Яңы тренерҙың исеме яҡын арала иғлан ителергә тейеш, был вакантлы урынға Томи Ламсаның тренер штабына ингән Виктор Козлов дәғүә итә.   

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас