+21 °С
Облачно


Күргәҙмәлә ансамбль репертуарындағы бейеүҙәргә биҙәүестәр коллекцияһы урын аласаҡ. Фәйзи Ғәскәров сәхнәгә ҡуйған үҙенсәлекле биҙәүестәр экспозицияһы, Рәсәй халыҡтарының эксклюзив костюмдары менән танышыу мөмкинлеге буласаҡ. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының Милли мираҫы йылына арнала.
Күргәҙмәне асыу тантанаһына Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең билдәле артистары, почетлы ветерандары ла киләсәк.
Фото: "Башинформ"дан.