+7 °С
Ясно


Алдағы йомала, 15 апрелдә, Өфөлә тамырҙары Ейәнсура районынан булған яҡташтар осраша.
Сара Ҡала мәҙәниәт һарайында (“Химик” мәҙәниәт йортонда) үтәсәк. “Ейәнсура” яҡташтар берлеге етксеһе Азамат Аҡманов белдереүенсә, быйыл ул эшлекле форматта ойошторола. Программаға “түңәрәк өҫтөл”дәр, диспут-клубтар, күргәҙмәләр индерелгән.
Осрашыу 16.00 сәғәттә башлана. Мәҙәниәт йорттоң адресы: Өфө ҡалаһы, Беренсе май урамы, 47-се йорт.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-34-18-230.