+25 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Апреля 2022, 05:29

Ҡара диңгеҙ ярына рейстар арттырыла

Яҙғы- йәйге миҙгелгә авиакомпаниялар Өфө аэропортынан Краснодар крайы һәм Ҡырым йүнәлешендәге рейстарҙы арттырырға иҫәп тота. Самолеттарҙың күбеһе Сочиға осасаҡ.

Ҡара диңгеҙ ярына рейстар арттырылаҠара диңгеҙ ярына рейстар арттырыла
Ҡара диңгеҙ ярына рейстар арттырыла

Яҙғы- йәйге миҙгелгә авиакомпаниялар Өфө аэропортынан Краснодар крайы һәм Ҡырым йүнәлешендәге рейстарҙы арттырырға иҫәп тота. Самолеттарҙың күбеһе Сочиға осасаҡ.

Йәйҙең ҡыҙыу осоронда Сочиға аҙнаһына 30 рейс  планлаштырылған. Шулай уҡ самолеттар Симферополгә аҙнаһына 11 тапҡыр, Анапаға- 17, Геленджикка биш тапҡыр осасаҡ.

Мәҫәлән Сочиға “Победа” авиакомпанияһы дүшәмбе, шаршамбы, кесаҙна, йома һәм шәмбе көндәре осош яһай. Шулай уҡ был йүнәлештә тағы бер нисә- авиакомпанияның рейстары планлаштырыла.

Ә Симферополь, Анапа, Геленджик йүнәлешендә өс, биш һәм ике авиакомпания осош яһаясаҡ.

 Ҡара диңгеҙгә  осоштар хаҡында аэропорттың рәсми сайтында мәғлүмәттәр буласаҡ.

Мәғлүмәт сығанағы һәм фото Башинформдан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас