+15 °С
Облачно


Башҡортостанда 20 апрелгә тиклем аномаль йылы һауа торошо һаҡлана. Башгидрометүҙәк хәбәр итеүенсә, республикала уртаса һауа температураһының норманан 4 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.
Бөгөн, 13 апрелдә, термометр бағанаһы 17 градусҡа тиклем күтәрелә. Әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ республиканың көньяҡ-көнсығышында бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын.
14 апрелдә көндөҙ һауа +19 градусҡаса йылына, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал.