+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 13:41

Сибай ковид-госпитале тәүге пациенттарын ҡабул итте

Бөгөн Сибай ҡалаһындағы яңы клиник-диагностика йоғошло сирҙәр госпитале үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итте. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүлеште.

Сибай ковид-госпитале тәүге пациенттарын ҡабул иттеСибай ковид-госпитале тәүге пациенттарын ҡабул итте
Сибай ковид-госпитале тәүге пациенттарын ҡабул итте

Бөгөн Сибай ҡалаһындағы яңы клиник-диагностика йоғошло сирҙәр госпитале үҙенең тәүге пациенттарын ҡабул итте. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бүлеште.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: Сибайҙағы ковид-госпиталь 25 мартта асылғайны.

“Беҙ пациенттарҙың тиҙерәк һауығыуы өсөн уңайлы шарттар булдырҙыҡ, ә тәжрибәле Сибай табиптары уларға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк. Ә аҙаҡ, был мөмкин булғас, беҙ госпиталде бөтә Урал аръяғында йәшәүселәрҙе дауалау өсөн заманса үҙәк итеп үҙгәртәсәкбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Үҙәктә тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 40 бокс һәм 10 реанимация боксы бар. Шулай уҡ өҫтәмә рәүештә 200 койка ҡуйыу мөмкинлеге ҡаралған, ә ғәҙәттән тыш хәл режимында госпиталь 230 пациентты ҡабул итә аласаҡ, уларҙы тулыһынса кислород менән тәьмин итеп буласаҡ.

Әле яңы дауаханала табип-белгестәр, шәфҡәт туташтары, санитаркалар, рентген лаборанттары һәм лаборатор техниктар, техник персонал – барлығы 70 кеше эшләй.

Үҙәк 27 яһалма һулыш аппараты менән йыһазландырылған. Капнография (һулыш алғанда, тынды сығарғанда углекислый газ күләмен үлсәү) менән 10 монитор, ике күсмә рентген аппараты, заманса 6 ЭКГ аппараты, УЗИ аппараттары, компьютер томографы, эндоскопия системалары һәм башҡа ҡорамалдар урынлаштырылған.

Пандемия тамамланғас, бында “йоғошло сирҙәр”, “терапия”, “эске сирҙәр”, “лаборатор диагностика” йүнәлештәре буйынса медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.

Фото Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас