+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 03:52

Радий Хәбиров Мәләүездә үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға йыйыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Мәләүездә Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе ултырышын ойоштороу пландары менән уртаҡлашҡан.

Радий Хәбиров Мәләүездә үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға йыйыныуы хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров Мәләүездә үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға йыйыныуы хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров Мәләүездә үҙенең хыялын тормошҡа ашырырға йыйыныуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров Мәләүездә Рус география йәмғиәтенең республика бүлексәһе ултырышын ойоштороу пландары менән уртаҡлашҡан.

«Шулай ҙа мин Мәләүезгә килеп, Воскресенское ауылындағы «Торатау» визит-үҙәгендә Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ултырышын үткәрергә өмөтөмдө өҙмәйем», — тип белдергән Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Рус география йәмғиәте илдә иң яҡшы бүлексәләр рейтингында 10-сы баҫҡыстан 2-сегә күтәрелде

«Коллегаларыбыҙ бик тырышып эшләй, Башҡортостандың ысын тәбиғәт, тарих һәм мәҙәниәт патриоттары, шуның өсөн өсөн ҙур рәхмәт», — тигән Радий Хәбиров.

Фото "Башинформ"дан.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-11/radiy-habirov-rasskazal-o-tom-chto-mechtaet-sdelat-v-meleuze-2764732

 

Автор:
Читайте нас