+9 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апрель 2022, 07:24

Милли кейемдәр көнө

Башҡортостанда йылына ике тапҡыр милли кейемдәр көнө уҙғарыла. Мәғлүм булыуынса, республикала 164 милләт үҙ-ара татыу йәшәй һәм уларҙың һәр береһенең тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли кейемдәр көнөМилли кейемдәр көнө
Милли кейемдәр көнө

Башҡортостанда йылына ике тапҡыр милли кейемдәр көнө уҙғарыла. Мәғлүм булыуынса, республикала 164 милләт үҙ-ара татыу йәшәй һәм уларҙың һәр береһенең тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәре бар.

Милли костюм һәр халыҡтың һыҙатын, мәҙәниәтен, тарихын билдәләгән төп атрибуттарҙың береһе. Ул халыҡ хаҡында күпте әйтеп бирә ала. Шуға күрә милли кейемде традициялар һәм ғөрөф- ғәҙәттәр кеүек һаҡларға кәрәк.

Башҡортостанда 2020 йылдан алып милли кейемдәр көнө уҙғарыла. Уны йылына ике тапҡыр- апрелдең өсөнсө йомаһы һәм сентябрҙең икенсеһе йомаһы билдәләйҙәр.

15-16 апрель көндәре республикала бик күп саралар планлаштырылған. Өфөлә “Тамға” башҡорт милли костюмы оҫталарының конкурсы- күргәҙмәһе үтә. Унда Башҡортостан ғына түгел, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә проект финалистары, оҫталар, динайнерҙар ҡатнаша.

Шулай уҡ баш ҡалала Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың “Халыҡтың сигелгән тарихы” тигән таҫтамалдар экспозицияһы асыла. Унда тарихи- мәҙәни үҙәктәрҙең таҫтамалдар коллекцияһы урын аласаҡ.

Өфөлә милли костюм көнөнә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторола. Шул уҡ көндә “Милли костюмдағы фото” тигән флешмоб үтәсәк, уны #НациональныйКостюм2022 #МиллиКейем2022 хештегы менән ҡуйыу тәҡдим ителә.

Арт- квадратта байрам саралары үтә. Унда дизайнер милли кейемдәр өлгөһөн күрһәтеү, күргәҙмә- һатыу ойошторола, еңел сәнәғәт йәрминкәһе, мастер- класстар ойошторола. Теләгән кешеләргә милли костюмдарҙа фото төшөргә лә буласаҡ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас