+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 08:37

Федераль трассаларҙа төҙөкләндереү эштәре башланды

Яҙғы төҙөкләндереү сиктәрендә юл төҙөүселәр федераль трассаларҙы һәм ундағы ҡоролмаларҙы тәртипкә килтерә. Бәл эштә 138 кешенән торған 30 бригада, 73 берәмек техника ҡатнаша.

Федераль трассаларҙа төҙөкләндереү эштәре башландыФедераль трассаларҙа төҙөкләндереү эштәре башланды
Федераль трассаларҙа төҙөкләндереү эштәре башланды

Яҙғы төҙөкләндереү сиктәрендә юл төҙөүселәр федераль трассаларҙы һәм ундағы ҡоролмаларҙы тәртипкә килтерә. Бәл эштә 138 кешенән торған 30 бригада, 73 берәмек техника ҡатнаша.

 

Өфөгә инеү һәм ҡаланың тирә-яғындағы юлдарға айырыуса ҙур иғтибар бүленә.

Белгестәр автомобиль юлын таҙарта, юл ситенән, ял урындарынан сүп-сарҙы йыя, юл билдәләрен, кәртәләрен, тауыштан һаҡлаған экрандарҙы, автобус туҡталыштарын, йәйәүлеләр сыға торған урындарҙы йыуа. Шулай уҡ боҙолған техник сараларҙы тергеҙәләр.

Көндәр йылынғас, юлдарға билдәләр һыҙалар. Быйыл 260 мең квадрат метр юл билдәһен яңыртыу планлаштырыла.

Юл билдәләренең, яҡтыртыу ҡорамалдарының бағаналарын, автопавильондарҙы, бордюрҙарҙы һәм башҡа конструкцияларҙы буяу ҡаралған.

Таҙартыу эштәренә юл буйы хеҙмәтләндереүен ойоштороусылар ҙа йәлеп ителә. Улар үҙ объекттарын төҙөкләндерә, машина ҡуйыу урындарын тәртипкә килтерә.

Һуңғы аҙналарҙа 651 квадрат метр сүп-сар сығарылған, уларҙың күп өлөшө – өс айҙан алып меңәр йылдар дауамында тарҡала торған көнкүреш ҡалдығы. “Федераль юл агентлығының “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы” федераль ҡаҙна учреждениеһы юлда йөрөүселәрҙе сүп-сарҙы махсус урындарға ташларға, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашта булырға саҡыра.

Фото һәм сығанаҡ – “Федераль юл агентлығының “Приуралье” автомобиль юлдары федераль идаралығы” федераль ҡаҙна учреждениеһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас