+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Апреля 2022, 04:05

Ҡасып оҙаҡ йөрөй алмаған

Киң мәғлүмәт саралары аша 9 апрелдә Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан колониянан хөкөм ителеүсенең ҡасыуы тураһында хәбәр таратылғайны.

Ҡасып оҙаҡ йөрөй алмағанҠасып оҙаҡ йөрөй алмаған
Ҡасып оҙаҡ йөрөй алмаған

Киң мәғлүмәт саралары аша 9 апрелдә Өфөнөң Шаҡша ҡасабаһында урынлашҡан колониянан хөкөм ителеүсенең ҡасыуы тураһында хәбәр таратылғайны.

Яңауылдан 32 йәшлек Алексей К. кешегә үлтереү менән янағаны өсөн хөкөмгә тарттырылған була. Иреккә сығырға дүрт ай ҡалғанда колониянан ҡаса. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡасҡын тотолған.

Ҡасҡан өсөн ул тағы дүрт йылға ултырыуы ихтимал. Сәйер был аҙымын Алексей К. биш йәшлек ҡыҙын һағыныуы менән аңлатҡан.

Автор:
Читайте нас