+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2022, 05:46

Ташҡында ҡаршы хәүефһеҙлек саралары

Республика ҙур һыуҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Ҡыштың ҡарлы булыуы  ташҡын һынауын да алғы планға ҡуя. 2021 йылда тәбиғи стихия уҙған йылдарға ҡарағанда етдирәк булды тип билдәләй белгестәр.Быйылғыһына әҙерлек нисек бара һуң?

Ташҡында ҡаршы хәүефһеҙлек сараларыТашҡында ҡаршы хәүефһеҙлек саралары
Ташҡында ҡаршы хәүефһеҙлек саралары

Республика ҙур һыуҙы ҡаршы алырға әҙерләнә. Быйылғы ҡыштың ҡарлы булыуы  ташҡын һынауын да алғы планға ҡуя. 2021 йылда тәбиғи стихия уҙған йылдарға ҡарағанда етдирәк булды тип билдәләй белгестәр. Быйылғыһына әҙерлек нисек бара һуң?

Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров та яҙып сыҡты.

-Уҙған йыл аҙағында тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә ҡарата хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү хаҡында федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары граждандар хәүеф янаған биләмәләрҙән  ваҡытлыса ҡабул итеү пункттарына эвакуацияланырға тейеш. Элек был талап ирекле ине. Ни өсөн мотлаҡҡа әйләнде? Сөнки кешеләр үҙҙәренең ғүмерҙәренә  һәм һаулыҡтарына хәүеф янағанда ла йорттарын ташлап китергә ашыҡмай. Ҡайһы бер ҙә  дөйөм хәлде баһалап та еткермәйҙәр һәм фажиғәғә тарыйҙар.

Беҙ ҙур һыу бәләһенә ҡаршы техник әҙерлекте башланыҡ. Ошо хаҡта Республика Башлығы ла яҙып сыҡты. Салауат районының Йүрүҙән йылғаһындағы боҙҙо шартлаттыҡ, ярҙарҙы нығыттыҡ һәм башҡа саралар ҙа ҡабул итәсәкбеҙ. Ташҡынға ҡаршы тейеш булған һаҡланыу сараларының барыһын да күҙ уңында тотасаҡбыҙ, - тигән хөкүмәт рәйесе Андрей Назаров.

фото Башинформдан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас