

Республикала йыл һайын уҙғарылыусы “Сәләмәтлек поездары” акцияһы быйыл 18 апрелдә башланасаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникеева белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттар башлыҡтарының райондарға килеүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә шарттар тыуҙырыуын һораны.
Ул табиптарҙы урынлаштырыу һәм кешеләрҙең медицина тикшерелеүенә килеүен ойоштороу мөһим икәнен билдәләне. Табиптар бөтә ауылдар халҡын иғтибар менән солғаясаҡ.
“Сәләмәтлек поездары” акцияһының һөҙөмтәһе бик яҡшы. Был эште дауам итергә кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Фото “Башинформ”дан алынды.