-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2022, 06:47

Оҙаҡламай “Шүлгән- таш” музей комплексы асыла

Башҡортостанда туризм миҙгеленә “Шүлгән- таш” музей комплексын асыу планлаштырыла. Уҙған ял көндәрендә  тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, мәҙәниәт,  ер һәм мөлкәт министрлыҡтары вәкилдәре, эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты,  башҡа ведомстволар, Бөрйән районы хакимиәте Морат- Туғай ерлегендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҙаҡламай “Шүлгән- таш” музей комплексы асылаОҙаҡламай “Шүлгән- таш” музей комплексы асыла
Оҙаҡламай “Шүлгән- таш” музей комплексы асыла

Башҡортостанда туризм миҙгеленә “Шүлгән- таш” музей комплексын асыу планлаштырыла. Уҙған ял көндәрендә  тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, мәҙәниәт,  ер һәм мөлкәт министрлыҡтары вәкилдәре, эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты,  башҡа ведомстволар, Бөрйән районы хакимиәте Морат- Туғай ерлегендә күсмә кәңәшмә үткәрҙе.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға музей, фондты һаҡлау, кабинеттар, лаборатория буйлап экскурсия ойошторолдо. Музейҙы тантаналы асыу уның янындағы амфитеатрҙа ҡаралған. “Шүлгән- таш”- Рәсәйҙә берҙән- бер мәмерйә музей. Башҡортостандың мәҙәни мираҫ күсемһеҙ милек объекттарын файҙаланыу һәм һаҡлау үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, был музей комплексы ғына түгел, ә ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе өйрәнеү буйынса  Бөтә Рәсәй үҙәге буласаҡ.

  • Шуға күрә музейҙы асыу сараһына билдәле ғалимдарҙы, эксперттарҙы саҡырыу күҙ уңында тотола. Дөйөм алғанда, музей комплексының бинаһы, биләмәләре буйынса һорауҙар бар. Иң мөһиме беҙ финишҡа килеп еттек, - тип яҙған ул үҙенең сәхифәһендә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас