+9 °С
Ясно


Коронавирусҡа ҡаршы “МИР 19” препаратын етештерә башлауға 387 миллион һум аҡса бүленәсәк. Ошо туралағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Был аҡса препаратты күпләп етештереү өсөн технология линияларын камиллаштырыуға йүнәлтеләсәк. Дарыуҙы “Иммунология институты” дәүләт ғилми үҙәге сығарған.
“МИР 19” препараты Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан 2021 йылдың декабрендә теркәлде. Ул коронавирустың билдәле булған бөтә штамдарына, шул иҫәптән “дельта” һәм “омикрон” төрҙәренә ҡаршы һөҙөмтәле, ти табиптар.
Фото "Башинформ"дан алынды.