+13 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апрель 2022, 04:57

Башҡортостанда эко-отелдәр асыла

Ҡариҙел районында пляжы һәм зоопаркы булған «Ғаилә тарихтары» эко-отелдәр комплексы асыла. Дөйөм хаҡы – 96 миллион һум.

Башҡортостанда эко-отелдәр асылаБашҡортостанда эко-отелдәр асыла
Башҡортостанда эко-отелдәр асыла

Ҡариҙел районында пляжы һәм зоопаркы булған «Ғаилә тарихтары» эко-отелдәр комплексы асыла. Дөйөм хаҡы – 96 миллион һум.

«Туристарҙы урынлаштырыу өсөн яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү мөһим, был —  төбәктә туризмды үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе. Ҡариҙел районының туристик потенциалы ҙур, бында республика ҡунаҡтарына уңайлы шарттар һәм туризмдың әүҙем төрҙәре менән сифатлы ял тәҡдим итергә теләгән эшҡыуарҙарға ярҙам итеп ебәрергә кәрәк», — тине Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.

Эко-отелдәргә туристар ағымы 25 мең кеше тәшкил итер тип көтөлә. Биналарҙың бер өлөшөн — 1 июндә, пляжды, зоопаркты 2022 йылдың аҙағынаса асыу планлаштырыла.

Мәғлүм булыуынса, проект Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә хупланғайны.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас