+15 °С
Облачно


Тәбиғәт үҙенекен ала барыбер. Һуңлап килгән яҙ юғалтҡан көндәрен ҡыуып етергә ашыға.
Бөгөн, 11 апрелдә, синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 12 – 17 градус йылы була. Яуым-төшөм ихтималлығы түбән. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын.
Иртәгә һауа температураһы бер аҙ түбәнәйә – көндөҙ 9 – 14 градусҡа тиклем йылыта. Бер аҙ ямғыр яуа.
Шаршамбыла ла ошондай һауа торошо көтөлә, тип фаразлай белгестәр.