+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Апреля 2022, 03:10

Агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә дәртләндереү аҡсаһы 750 мең һумғаса арттырылды

Башҡортостан Башлығы үҙенең указы менән агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә – юғары һәм урта уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси эшҡыуарҙарға эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә ярҙам параметрҙарын билдәләгән 2009 йылғы документҡа төҙәтмәләр индерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә дәртләндереү аҡсаһы 750 мең һумғаса арттырылдыАгросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә дәртләндереү аҡсаһы 750 мең һумғаса арттырылды
Агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә дәртләндереү аҡсаһы 750 мең һумғаса арттырылды

Башҡортостан Башлығы үҙенең указы менән агросәнәғәт комплексының йәш белгестәренә – юғары һәм урта уҡыу йорттарын тамамлап, ауыл хужалығы ойошмаларына һәм шәхси эшҡыуарҙарға эшкә урынлашҡан йәш белгестәргә ярҙам параметрҙарын билдәләгән 2009 йылғы документҡа төҙәтмәләр индерҙе.

Документҡа ярашлы, 2023 йылда ауыл хужалығының йәш белгестәре өсөн дәртләндереү аҡсаһы 750 мең һум була. Хәҙерге ваҡытта 500 мең һум күләмендә гранттар бүленә.

Программа шарттары буйынса, дәүләт ярҙамына дәғүә иткән белгестең йәше 35-тән артмаҫҡа, профилле белеме һәм ярты йылдан ашыуыраҡ өҙлөкһөҙ хеҙмәт стажы булырға тейеш.

Быйыл 53 йәш белгес 500-шәр мең һумлыҡ грант тапшырыла. Конкурста бөтәһе 78 кеше ҡатнашты. Еңеүселәрҙең икәүһе – урта һөнәри , 41-е – юғары белемле.

Агросәнәғәт комплексында кадрҙарға ҡытлыҡ, ә 30 йәшкә тиклемге йәш хеҙмәткәрҙәр – яҡынса 8%, шуға күрә дәүләт программаһы ҙур ярҙам булып тора, тип билдәләнеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас