

Республиканың төп юғары уҡыу йорто булып торған Башҡорт дәүләт университетында ректор алмашынды.
Бөгөндән, 8 апрелдән, унивеситетты Вадим Захаров етәкләне. Әлегә вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы сифатында. Был хаҡта Мәғариф министрлығының телегрм-каналдағы рәсми битендә хәбәр итәлә.
Вадим Петрович Захаров 1975 йылда тыуған. БДУ-ның химия факультетын тамамлаған. 2012 йылдан ғилми һәм инновацион эш буйынса проректор вазифаһын биләгән, ә 2021 йылдан Рәсәй фәндәр академияһының Өфө тикшеренеүҙәр үҙәген етәкләгән. Ул - химия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.