

Башҡортостанда Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса ғилми тикшеренеүҙәргә булышлыҡ итеү йәһәтенән республика гранттары биреү буйынса конкурсҡа йомғаҡ яһалды.
Конкурс Рәсәй фән фонды менән берлектә үткәрелә. Уны финанслау ҙа уртаҡ - 50-әр процент нисбәтендә. Рәсәй фән фондының бер гранты күләме йылына 4 миллион һумдан 7 миллионға тиклем.
Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе, республиканың Гранттар буйынса советы ағзаһы Руслан Ҡазыханов белдереүенсә, Рәсәй фән фондының төбәк конкурстарында ҡатнашыу өсөн илдең 42 төбәге тикшеренеүселәренән 2510 заявка килгән. Башҡортостандан ошо исемлеккә 15 проект ингән.
Уларҙы ҡарағандан һуң, Евразия фәнни-мәғариф үҙәге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тап килгән 5 проект һайлап алынған. Улар химия, яңы материалдар, иҡтисад өлкәләренә ҡағыла.
Республиканың Гранттар буйынса советы Рәсәй фән фонды ҡатнашлығынан тыш финансланған тағы 2 проект һайлап алды. Уларға 6 миллион һумдан ашыу аҡса Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленә.