

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы саралары сиктәрендә 15 апрелдә Өфөлә башҡорт милли костюмдары күргәҙмәһе асыла.
Унда "Тамға" халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының иң яҡшы эштәре ҡуйыла.
Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан проект финалистары, дизайнерҙарҙың эштәре тәҡдим ителә. Күргәҙмә сиктәрендә “түңәрәк өҫтәл” ойошторола. Уның эшендә ҡатнашырға этнографтар, художник-дизайнерҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырыла.
Күргәҙмәне 29 апрелгә тиклем республиканың Милли музейында ҡарарға мөмкин.