

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин ил Хөкүмәтенең 2021 йылғы эшмәкәрлеге хаҡындағы отчетында төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҫешенә айырыуса туҡталып үтте. Ул үткән йылда төбәктәрҙә меңдән ашыу поликлиникаға ремонт яһалыуын билдәләне. Утыҙ ете меңдән артыҡ медицина ҡорамалы, биш мең ярым махсус автомобиль һатып алынған. Был автомобилдәрҙә табиптар һәм фельдшерҙар хатта иң төпкөл ауылдарҙағы пациенттар янына бара ала.
Башҡортостанда ла был тармаҡта былтыр һиҙелерлек ҡаҙаныштарға өлгәшелде. “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең тәүге звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла башланы. 2021-2025 йылдарҙа амбулатория һәм поликлиникаларҙың ресурс базаһын нығытыу өсөн яңы төҙөлөштәр, әле эшләп килгән объекттар урынына яңыларын сафҡа индереү, капиталь ремонт һәм реконструкция эштәре планлаштырылған.
2021 йылда был Программа сиктәрендә 24 медицина учреждениеһында капиталь ремонт уҙғарылған.
“Былтыр, һигеҙ капиталь ФАП-ты һәм ике ауыл амбулаторияһын да индереп, 81 фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡуйылған һәм төҙөлгән, – тине Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Динара Еникева. – 22 500 кв. метр эске биналар, 6 700 кв. метр ҡыйыҡ һәм 1 700 кв. метр биналарҙың фасады ремонтланған”.
2021 йылда шулай уҡ төбәк программаһы сиктәрендә медицина ойошмалары өсөн ҡорамалдар алынған, иҫкеләре алмаштырылған, йәмғеһе 572,9 миллион һумға 2 561 берәмек ҡорамал ҡайтартылған. 2022 йылда 1 536 берәмек ҡорамал һатып алыу күҙаллана.
31 медицина ойошмаһына 77 автомобиль транспорты ҡайтартылған, шул иҫәптән 25-е – Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы аша үҙәкләштерелгән юл менән. Быйыл 85 автомобиль һатып алыуға контаркттар төҙөлгән, улар апрелдә үк килтерелер, тип көтөлә. Был транспорт ауырыуҙарҙы дауаханаларға илтеү, медицина хеҙмәткәрҙәрен пациент йәшәгән ергә алып барыу, анализдарҙы ташыу, йыраҡ райондарға йәшәүселәргә дарыуҙар илтеү өсөн файҙаланыла.
Фото “Башинформ”дан алынды.