0 °С
Облачно


Көндәрҙең йылып китеүе республиканың ҙур йылғаларында ла һыуҙың ҡапыл күтәрелеүенә килтерҙе.
Кисә Өфө тапҡырында Ағиҙел - 36, Дим – 25 сантиметрға артҡан. Аҙна аҙағында һауаның 18 градусҡа тиклем йылыныуын иҫәпкә алып, Гидрометүҙәк белгестәре йылғаларҙа боҙҙоң 8 – 14 апрелдә китеүен күҙаллай. Ташҡын кимәле йылдағы уртаса кимәлдән юғары булмай, тигән фекерҙә улар.