-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Апреля 2022, 11:58

Өсәлек капиталы аҡсаһының бер өлөшөн ҡулаҡса менән бирергә рөхсәт итеүҙәре мөмкин

Яҙғы сессияла Дәүләт Думаһына әсәлек капиталының 5 процентҡа тиклемен ҡулаҡса менән биреү тураһындағы закон проектын индереүҙәре ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өсәлек капиталы аҡсаһының бер өлөшөн ҡулаҡса менән бирергә рөхсәт итеүҙәре мөмкинӨсәлек капиталы аҡсаһының бер өлөшөн ҡулаҡса менән бирергә рөхсәт итеүҙәре мөмкин
Өсәлек капиталы аҡсаһының бер өлөшөн ҡулаҡса менән бирергә рөхсәт итеүҙәре мөмкин

Яҙғы сессияла Дәүләт Думаһына әсәлек капиталының 5 процентҡа тиклемен ҡулаҡса менән биреү тураһындағы закон проектын индереүҙәре ихтимал. Был хаҡта Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Татьяна Буцкая хәбәр иткән.

«Йыш ҡына әсәлек капиталының төп йүнәлештәр өсөн файҙаланылмай ҡалған аҡсаһы йылдар буйына һаҡлана. Халыҡтың закон буйынса ҡаралғандың барыһын да алыу мөмкинлеге булырға тейеш,— тигән ул. — Аҡсаны ғаиләләргә бер тапҡыр биреү күҙ уңында тотола».

Түләнгән аҡса ғаилә ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыу өсөн сығымдарҙы ҡаплауға тотонолорға тейеш, хөкүмәткә уларҙың исемлеген раҫларға тәҡдим ителә. Компенсация капиталдың бер өлөшөн төп йүнәлештәрҙең береһенә файҙаланған ғаиләләргә генә түләнә.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:
Читайте нас