+25 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Апреля 2022, 16:03

Пандемия йәмғеһе 5 555 ғүмерҙе өҙгән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ковидтан 5 555 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. һуңғы тәүлектә унан дүрт сырхау вафат булған.

Пандемия йәмғеһе 5 555 ғүмерҙе өҙгәнПандемия йәмғеһе 5 555 ғүмерҙе өҙгән
Пандемия йәмғеһе 5 555 ғүмерҙе өҙгән

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ковидтан 5 555 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. һуңғы тәүлектә унан дүрт сырхау вафат булған.

Вирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 279 585. Тәүлек эсендә сир 468 ауырыуҙа билдәле булған.

Бөгөн стационарҙа 108 сырхау ята, 74-е – 60 йәштән өлкәнерәк. Инфекцияны сағыштырмаса еңел кисереүсе 2 857 ауырыу, шул иҫәптән 60-ты уҙған 1 943 өләсәй һәм олатай өйөндә дауалана.

Барлығы 270 965 кеше мәкерле инфекциянан һауығыуға өлгәшкән, шуларҙың 511-е үткән тәүлектә сәләмәтләнгән.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас