+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 06:50

Радий Хәбиров: “Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә, мөһим мәсьәләләрҙе айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәндек”

“Республикала пандемия башланған, уның эҙемтәләре билдәһеҙ булған ваҡытта медицинаны яңыртыуға йүнәлеш алырға хәл ителде. Һуңғы ике йылда уны үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды: яңы медицина учреждениелары төҙөлдө, техника һатып алынды, был йәһәттән Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтте”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән "Башҡортостан. Хроника. COVID. Яңы саҡырыуҙар" фильмындағы ваҡиғаларға ҡарата.

Радий Хәбиров: “Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә, мөһим мәсьәләләрҙе айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәндек”Радий Хәбиров: “Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә, мөһим мәсьәләләрҙе айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәндек”
Радий Хәбиров: “Беҙ пандемияға ҡаршы көрәшергә, мөһим мәсьәләләрҙе айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәндек”

“Республикала пандемия башланған, уның эҙемтәләре билдәһеҙ булған ваҡытта медицинаны яңыртыуға йүнәлеш алырға хәл ителде. Һуңғы ике йылда уны үҫтереү өсөн байтаҡ эштәр башҡарылды: яңы медицина учреждениелары төҙөлдө, техника һатып алынды, был йәһәттән Рәсәй Президенты һәм Хөкүмәте ҙур ярҙам күрһәтте”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән “Башҡортостан. Хроника. COVID. Яңы саҡырыуҙар” фильмындағы ваҡиғаларға ҡарата. Ул бизнестың, иҡтисадтың башҡа тармаҡтарының юғары яуаплылығын билдәләне. Ковидҡа ҡарамаҫтан, республика 2020-2021 йылдарҙы сәнәғәт етештереүе һәм инвестициялар йәлеп итеү өлкәһендә юғары күрһәткестәр менән тамамланы.

Республика Башлығы һүҙҙәренсә, был фильм – ауыр сир менән көрәшергә ярҙам иткән табиптарға, ирекмәндәргә, башҡа хеҙмәттәргә рәхмәт билдәһе. Ковидҡа бәйле осор үтер, ләкин быны халыҡ хәтерендә ҡалдырырға кәрәк, шуға күрә фильм – әлеге хәл-ваҡиғаларҙы мәңгеләштерергә тырышыу ул. Алда етди һынауҙар көтөүгә ҡарамаҫтан, был тәжрибә көстө туплап, барыһын да еңеп сығырға мөмкин икәнлеген күрһәтә.

“Пандемияны тулыһынса еңдек, тип әйтә алмайым, ләкин беҙ уға ҡаршы көрәшергә һәм мөһим бурыстарҙы айыҡ аҡыл менән хәл итергә өйрәндек”, – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас