

Коронавирустың сираттағы – “стелс-омикрон” тулҡыны, вирусологтар күҙаллауы буйынса, май уртаһында башланыуы мөмкин. Был турала ковидҡа бәйле хәлгә арналған брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә, ләкин социаль арауыҡты күҙәтеү буйынса яңыраҡ бөтөрөлгән сикләүҙәр йәнә индерелергә мөмкин, халыҡ күп йыйылған урындарҙа битлек кейеп йөрөргә кәрәк.
“Яңы тулҡын беҙҙә еңелерәк үтер, тип уйлайбыҙ”, – тине Ирина Кононова. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ яҡтыртҡан мәл, халыҡ күмәк ерҙәрҙә әллә ни йыш булмайынса, баҡса участкаларында айырым-айырым эшләү ваҡыты етеүе лә сир ныҡ таралыуға кәртә булыр. Министр урынбаҫары дарыуҙарҙың етерлек запасы тупланыуын, дүрт ковид-госпиталебеҙ барлығын, инфекцияға ҡаршы тороу өсөн республикабыҙҙа бөтә нәмә булыуын билдәләп үтте.
Ирина Кононова шулай уҡ ҡала ситенә сыҡҡанда башҡа ҡурҡыныс сирҙәрҙән – сысҡандар таратыусы геморрагик биҙгәктән һәм талпан энцефалитынан һаҡланырға кәңәш итте.