+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 04:30

Ике үҫмер ҡыҙҙы төкөткән

Йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында ике уҡыусы ҡыҙҙы машина төкөткән. Зыян күреүселәр ауыр тән йәрәхәттәре алған.

Ике үҫмер ҡыҙҙы төкөткәнИке үҫмер ҡыҙҙы төкөткән
Ике үҫмер ҡыҙҙы төкөткән

Йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында ике уҡыусы ҡыҙҙы машина төкөткән. Зыян күреүселәр ауыр тән йәрәхәттәре алған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында теркәлгән. 14 һәм 15 йәшлек үҫмер ҡыҙҙарҙы ҡаланың Вокзал урамындағы йәйәүлеләр юл аша сыға торған урында «ВАЗ-21099» машинаһы бәрҙергән.

Ваҡиға урынан килеп еткән “тиҙ ярҙам” машинаһы зыян күреүселәрҙе ҡала дауаханаһына алып килгән. Табиптар ҡыҙҙарҙың таз һөйәге һыныуын, баш мейеһенең һелкенеүен асыҡлаған.  

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас