+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 03:25

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була

25 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә була. 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә булаБашҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған тантаналы кисә була

25 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә була. 

«Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, телгә алыр улар мине лә…» тип аталған кисәлә республиканың билдәле артистары башҡарыуында Рәми Ғариповтың шиғырҙары һәм поэмалары яңғырай. Башҡорт композиторҙары Рафиҡ Сәлмәнов, Роза Сәхәүетдинова, Абрар Ғабдрахманов, Нур Дауытов, Хөсәйен Әхмәтов һәм Байрас Абдуллиндың шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарын йырсылар Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡара.

Кисәнең режиссеры — Сулпан Асҡарова, сценарий авторы — Гөлсәсәк Саламатова.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

Автор:
Читайте нас