+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Апреля 2022, 06:23

"Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыусыларға миллион һумлыҡ түләү

Башҡортостандың  фән һәм мәғариф министрлығы “Ауыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеүҙе дауам итә. Ул 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыусыларға  миллион һумлыҡ  түләү"Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыусыларға  миллион һумлыҡ  түләү
"Ауыл уҡытыусыһы" программаһында ҡатнашыусыларға миллион һумлыҡ түләү

Башҡортостандың  фән һәм мәғариф  министрлығы “Ауыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашыу өсөн документтар ҡабул итеүҙе дауам итә. Ул 2022 йылдың 15 апрелендә тамамлана.

Конкурс хаҡында алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйыл  ауыл еренә, ҡала тибындағы ҡасабаға, 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға уҡытырға барған 44 уҡытыусы бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум компенсацион түләү аласаҡ.

Башҡортостанда “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын 2023 йыл аҙағына тиклем оҙайтҡандар. Башта ул быйылғы йыл менән тамамланырға тейеш ине.

Был программа  Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа 2019 йылғы мөрәжәғәтенән һуң үҙ көсөнә ингәйне.

фото Башинформдан алынды.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас