+15 °С
Ясно


23 апрелдә Башҡортостанда “Йәшел Башҡортостан” экологик проекты акцияһының яҙғы этабы старт ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевтың белдереүенсә, ул 10 майға тиклем дауам итә.
Акция барышында 38 тематик аллея ултыртыу күҙаллана. Йәшелләндереү өсөн 49 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ, шул иҫәптән 16 мең эре ағас әҙерләнгән.
Өфөлә иһә 18 тематик аллея булдырыласаҡ. Улар өсөн 800 ағас һәм 500 ҡыуаҡ әҙерләнгән. Быйыл баш ҡала ихаталары, социаль объекттары һәм йәмәғәт киңлектәре биләмәләрендә йәмғеһе 3,1 мең ағас ултыртыу ҡаралған.