+21 °С
Облачно


Водитель йәйәү барған кешене бәрҙергән һәм юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан.
Баймаҡ ҡалаһының Стаханов урамында булған был хәл фәжиғәле тамамлана – 61 йәшлек ир “тиҙ ярҙам” машинаһы килеп еткәнсе йән бирә.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиттарына 8(347) 235-84-02 телефоны буйынса шылтыратыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.