+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2022, 06:46

Матбуғатҡа яҙылып бүләк от!

Матбуғатҡа яҙылыусыларҙың Бөтә Рәсәй декадаһы старт алды. 14 апрелгә тиклем  республика, район һәм ҡала гәзит- журналдарына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Матбуғатҡа яҙылып бүләк от!Матбуғатҡа яҙылып бүләк от!
Матбуғатҡа яҙылып бүләк от!

Матбуғатҡа яҙылыусыларҙың Бөтә Рәсәй декадаһы старт алды. 14 апрелгә тиклем  республика, район һәм ҡала гәзит- журналдарына ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға мөмкин.

Яратҡан баҫмаларға яҙылыу традицион рәүештә, почта бүлексәләре аша ла, онлайн- яҙылыу аша ла була. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто үҙ баҫмаларына яҙылыуҙы өйҙән сыҡмайынса ғына башҡарырға тәҡдим итә.

Онлайн- яҙылыуҙың сервисы rbsmi.ru. Ул “Яҙылыу” бүлегендә тора https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/.

Бынан тыш яҙылыусылар приздар уйнатыуҙа ла ҡатнаша ала.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто “Яҙыл һәм бүләк от !” тигән дөйөм республика конкурсы уҙғара. Унда ҡатнашыу өсөн ике баҫмаға – республика һәм район гәзит- журналдарына яҙылыу мотлаҡ https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/.  Һеҙҙе ҡыйбатлы бүләктәр көтә.

 Приздар уйнатыу 2022 йылдың ғинуар айына билдәләнгән. Ул Башҡортостан Юлдаш телеканалында барасаҡ.

Приз уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн түбәндәге шарттар:

Яҙылыусы  адресы, белешмә телефондарын билдәләп заявка һәм квитанцияһын  ебәрергә тейеш.

Уны 2022 йылдың 15 июленә тиклем, 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙың 50- йыллығы урамы, 13,  ДУП РБ “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто,  “Яҙыл һәм бүләк от!” конкурсына тип яҙырға йәки podpiska@rbsmi.ru  электрон адресына ебәрергә мөмкин.  

Конкурста ҡатнашыу өсөн матбуғатҡа яҙылыу 6 айға йәки бер йылға булырға тейеш.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас