+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2022, 10:31

Өмәгә сығаһыңмы?

Башҡортостан буйынса бөтәһе 183 мең кешене өмәгә йәлеп итергә йыйынабыҙ, тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.  

Өмәгә сығаһыңмы?Өмәгә сығаһыңмы?
Өмәгә сығаһыңмы?

«Өмәгә һәм Таҙалыҡ көндәренә 13 меңдән ашыу ойошма, 183 мең кеше һәм ике мең берәмек техника йәлеп итәсәкбеҙ», — тип белдергән ул.

 Бөйөк Ватан һуғышына арналған 1900 һәйкәл, стела, обелиск биләмәләрен йыйыштырыу, кәртәләрҙе буяу, йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы рәткә килтереү, сүп-сарҙан таҙартыу мөһим.

1 апрелдә Өфөлә ойошторолған «санитар йомала» 20 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

«Үҙ ихатаһында, яҡындағы аллеяла, паркта, тирә-яҡта таҙартыу эштәрен башҡарып, матурлыҡ тыуҙырыуға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Күмәк көс менән беҙ донъябыҙҙы, Башҡортостаныбыҙҙы таҙараҡ, йәмлерәк, төҙөклөрәк итәйек!!!» — тип барыһын да өмәгә сығырға өндәнеләр министрлыҡта.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас