+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2022, 03:23

Диспансеризация үттегеҙме әле?

Быйыл өс айҙа республикабыҙҙа 158 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо мөһим сараға йәмғеһе 1 миллион 31 мең кешене йәлеп итергә йыйына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Диспансеризация үттегеҙме әле?Диспансеризация үттегеҙме әле?
Диспансеризация үттегеҙме әле?

Быйыл өс айҙа республикабыҙҙа 158 меңдән ашыу кеше диспансеризация үткән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо мөһим сараға йәмғеһе 1 миллион 31 мең кешене йәлеп итергә йыйына. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Ковид үткәргән 28 545 кеше тәрәнәйтелгән диспансеризация уҙған – был планда билдәләнгәндең 8 проценты.

Азат Рәхмәтулин Башҡортостанда йыл һайын ойошторолоусы “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 18 апрелдән башланасағын әйтеп үтте. Райондарға алты маршрут буйлап автобустарҙа республика дауаханаларының һәм БДМУ-ның юғары квалификациялы табиптары юлланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров район хакимиәте етәкселәренә табиптарҙы ҡаршы алырға һәм алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәрҙе медицина тикшерелеүенә алып килеүҙе ойошторорға ҡушты.

Фото Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас