+19 °С
Облачно


15 апрелдән “Башавтотранс” ДУПы һәм ҡайһы бер пассажирҙар йөрөтөүсе шәхси йәмәғәт транспорт предприятиелары хаҡтарҙы күтәрә.
Әйтәйек, “Башавтотранс” ДУПы автобустарында пассажирҙарға «Алға» картаһы менән йөрөү – 28 һумға, ҡулаҡса менән түләгәндә 33 һумға төшәсәк. Экспреста юл хаҡы 40 һум торасаҡ. Бынан тыш, ҡала яны автобустарында тариф бер саҡрым өсөн 3,3 һум була, ә багажды ташыу – 27 һум.
«Альянс СКД»; «ПАН АВТО»; ШЭ Батыров Ф.Ф.; ШЭ Миназов К.З. һәм «Арбат +» ойошмалары транспортында юл йөрөү ҡулаҡса, банк һәм “Алға” карталары менән бер суммаға сыға – 35 һум.