+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Апреля 2022, 16:41

90 ауырыу – ковид-госпиталдә, өс меңгә яҡыны өйөндә дауалана

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәттәре буйынса, 5 апрелгә ҡарата Башҡортостанда ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 278 638-гә еткән. Үткән тәүлектә инфекция 487 ауырыуҙа асыҡланған. 90 сырхау – стационарҙа, өс меңгә яҡыны өйөндә дауалана.

90 ауырыу – ковид-госпиталдә, өс меңгә яҡыны өйөндә дауалана90 ауырыу – ковид-госпиталдә, өс меңгә яҡыны өйөндә дауалана
90 ауырыу – ковид-госпиталдә, өс меңгә яҡыны өйөндә дауалана

Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса республика штабы мәғлүмәттәре буйынса, 5 апрелгә ҡарата Башҡортостанда ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 278 638-гә еткән. Үткән тәүлектә инфекция 487 ауырыуҙа асыҡланған.

Бөгөнгө көндә ковид-госпиталдәрҙә 90 сырхау дауалана, туғыҙы ауыр хәлдә, яһалма һулыш аппаратына тоташтырылыусылар юҡ.   

Амбулатор шарттарҙа, йәғни табип күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауаланыусылар – 2 956.

Уҙған тәүлектә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирустан биш яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Республикала зәһәр инфекциянан вафат булыусылар йәмғеһе – 5 548, шуларҙың 4 823-ө – 60 йәштән үткәндәр.

Республикабыҙҙа коронавирусҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Прививканың беренсе компонентын эшләтеүселәр – 2 536 134 (вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 102,1 проценты). Уны тулыһынса тамамлаусылар, йәғни прививканың ике компонентын да яһатыусылар – 2 411 990 (97,1 процент).

Фото "Башинформ"дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас