+13 °С
Облачно


Метеофаразлауҙарға ҡарағанда, алдағы 10 көндә республика биләмәһенә йылы һауа массаһы үтеп инеү сәбәпле, йәйҙәгесә һауа торошо көтөлә.
Бөгөн үҙәк райондарҙа 12 градусҡа тиклем йылы була. Артабан бер аҙ һалҡын төшһә лә, 8 апрелдән температура плюс 13-кә тиклем күтәрелә. Өфөлә 19 градусҡа тиклем йылына.
Яуым-төшөм ихтималлығы түбән, ел көслө – секундына 19 метрға тиклем.
Ныҡ йылытыу сәбәпле, ҡар ҡапыл ирей, был иһә йылғаларҙың ташыуына килтерә.