+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апреля 2022, 14:20

Туғыҙ ауырыу ауыр хәлдә

Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа ковид йоҡторған 2 809 ауырыу участка терапевы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана. 71 сырхау дауаханала ята, шуларҙың туғыҙы ауыр хәлдә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туғыҙ ауырыу ауыр хәлдәТуғыҙ ауырыу ауыр хәлдә
Туғыҙ ауырыу ауыр хәлдә

Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа ковид йоҡторған 2 809 ауырыу участка терапевы күҙәтеүе аҫтында өйөндә дауалана. 71 сырхау дауаханала ята, шуларҙың туғыҙы ауыр хәлдә. Был турала Хөкүмәттең бөгөнгө оператив ултырышында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Үткән тәүлектә Башҡортостанда “коронавирус инфекцияһы” диагнозы 499 ауырыуға ҡуйылған. Сирҙе йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 278 151.

Азат Рәхмәтуллин пандемия башланғандан алып ковидтан 269 728 яҡташыбыҙ һауығыуын, 480-е уҙған тәүлектә сәләмәтләнеүен әйтеп үтте. Республикабыҙҙа әле ковид-госпиталдәрҙең койка фондында 790 урын иҫәпләнә, шуларҙың 33,2 проценты буш.

Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем дауам итә. Прививканың ике компонентын да эшләтеүселәр – 2 409 408.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас