

Илебеҙ Президенты Владимир Путин тормошҡа әүҙем ҡарашлы һәм айырыуса ҙур уңыштарға өлгәшкән граждандарҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡтағы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күрҙе.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташтарыбыҙ – Башҡорт дәүләт медицина университеты ординаторҙары Илдар Рәйес улы Әпсәләмов, Рузил Зөфәр улы Ғәлиев һәм Руслан Рәмил улы Фәхретдинов, шулай уҡ Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы бүлек мөдире Рәмилә Зәйнулла ҡыҙы Батраева ла бар. Улар Лука Крымский миҙалына лайыҡ булды.
Күренекле хирург, архиепископ Лука Симферопольский һәм Крымский хөрмәтенә аталған дәүләт наградаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Миҙал Рәсәй Президентының 2020 йылдың 19 июнендәге Указы менән булдырылған.