+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апреля 2022, 08:13

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ирекмәндәр ҡатнаша

Өфөлә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Башҡортостанда был эшкә “Берҙәм Рәсәй” партияһының   “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре лә ҡушылды.

Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ирекмәндәр ҡатнашаГуманитар ярҙам йыйыуҙа ирекмәндәр ҡатнаша
Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ирекмәндәр ҡатнаша

Өфөлә Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Башҡортостанда был эшкә “Берҙәм Рәсәй” партияһының   “Беҙҙең хәстәрлек” проекты ирекмәндәре лә ҡушылды.

Үҙәк ирекмәне Людмила Анисимова пандемия башланғандан алып үҙ ирке менән ярҙамға килә. Ул партияның бөтә акцияларында ла ҡатнашҡан, мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, ололарға аҙыҡ- түлек наборы, ҡайнар аш алып килгән.

-Бөгөн беҙ ҡаптарға  республика халҡы йыйған аҙыҡ- түлек, көнкүреш химияһын тултырҙыҡ. Шулай уҡ гуманитар ярҙам ҡабул итеүҙә лә ҡатнашам.

“Беҙҙең хәстәрлек” проектының кураторы Гөлшат Мөхәмәтшина әйтеүенсә, ирекмәндәр көн һайын ошондай ярҙам күрһәтә. Штабҡа кәрәк- яраҡтарҙы битараф булмаған Өфө халҡы ла алып килә. Хатта хаҡлы ялда булған кешеләр ҙә балалар аҙығы, гигинена яраҡтары менән ярҙам итә.

Билдәле булыуынса, Башҡортостандан гуманитар ярҙам менән икенсе  автомобиль колоннаһы 18 мартта ебәрелгәйне. Уның сафында аҙыҡ- түлектән тыш, 800 килограм башҡорт балы, канцеляр тауарҙар һәм яҙыу- һыҙыу яраҡтары ебәрелде.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы 17-се йорт, йәмәғәт яҡлауы штабында һәм Берҙәм Рәсәйҙең 63 бүлексәһендә  ҡабул ителә.

Эшләү режимы: дүшәмбе- йома көндәре, 9.00-21.00 сәғәткә тиклем.

Шәмбе-ял көндәре, 9.00-18.00.

Белешмә өсөн телефон һандары 8(347)218-19-19, шылтыратыуҙар иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас