+6 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
4 Апрель 2022, 12:29

1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартыу бурысы ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Алан Марзаевҡа 1 майға ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға йөкләмә бирҙе.

1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартыу бурысы ҡуйылды1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартыу бурысы ҡуйылды
1 майға Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын ҡышҡы бысраҡтан таҙартыу бурысы ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә муниципалитет башлыҡтарына һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәксеһе Алан Марзаевҡа 1 майға ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ҡышҡы бысраҡтан таҙартырға йөкләмә бирҙе.

«Бөгөн – 4 апрель. 1 майға ҡала-ауылдарыбыҙ тап-таҙа булырға тейеш. Ҡыш буйына йыйылған бысраҡтан, ҡарҙан арыныу мотлак. Юл буйҙары ныҡ бысраҡ, йөрөгән саҡта шул күҙгә ташланды. Бурысыбыҙ –  ҡышҡы бысраҡтан тиҙерәк ҡотолорға», – тине ул.

Яҙҙың һуң килеүе был бурысты үтәүҙе ҡатмарлаштыра, ләкин ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа ҡарҙы ҡарайтыу менән шөғөлләнәләр, тип яуапланы Алан Марзаев.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм коммуналь хеҙмәткәрҙәргә Волга буйы федераль округындағы авариялар күрһәткесенең түбән булыуы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:
Читайте нас