+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
3 Апреля 2022, 10:15

Яҙыусы Спартак Ильясов арабыҙҙан китте

2 апрелдә арҙаҡлы милләттәшебеҙ, яҙыусы Спартак Мөжәүир улы Ильясов арабыҙҙан китте.  

Яҙыусы Спартак Ильясов арабыҙҙан киттеЯҙыусы Спартак Ильясов арабыҙҙан китте
Яҙыусы Спартак Ильясов арабыҙҙан китте

2 апрелдә арҙаҡлы милләттәшебеҙ, яҙыусы Спартак Мөжәүир улы Ильясов арабыҙҙан китте.

Ул - "Барын-табын хәтере", "Яраһаҙ яралары", "Биғылый", "Ҡолой кантон", "Ҡағанат вариҫтары" һ.б. китаптар авторы.

Спартак Ильясов 1941 йылда Учалы районының Иҫтамғол ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағас, хеҙмәт юлын яңы ойошторолған “Поляковка” совхозында йылҡы көтөүсеһе булып башлай. Унан һуң комсомолдың Учалы район комитеты инструкторы вазифаһына эшкә саҡырыла. Өс йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ҡабат комсомол эшенә ҡушыла. Берләштерелгән Белорет районында “Байрамғол” совхозының комсомол комитеты секретары була.

1964 – 1969 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһындағы Тимирязев исемендәге ауыл хужалығы академияһының зоотехния факультетын уңышлы тамамлай.  Егерме туғыҙ ауылды берләштергән “Поляковка” совхозының партия комитетын туғыҙ йыл етәкләй. “Урал” колхозы рәйесе, райондың ауыл хужалығы берекмәһендә – белгес, “Поляковка” совхозында директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары була, һуңынан хужалыҡ директоры вазифаһын башҡара.

Спартак Ильясовты Башҡортостанда  хикәйәттәр, риүәйәттәр, легендалар һаҡлаусы һүҙ оҫтаһы, халыҡ йырҙарын, ҡобайырҙарын, мөнәжәттәрен оҫта башҡарыусы тип тә беләләр.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһы мәрхүмдең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

 

Автор:
Читайте нас